0%

Өфө-баш ҡалам(шиғыр). Рәғиҙә Янбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өфө-баш ҡалам (шиғыр)
автор Рәғиҙә Янбулатова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Өфө-баш ҡалам


 Тау башында балҡый бер ҡала,
 Ул ҡала Өфө тип атала.
 Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
 Матурҙар малай һәм ҡыҙҙары.
...Урамдары көҙгөләй асфальт,
 Эшсән халҡым күңелле һәм шат.
 Күргән һайын һине — шатланам.
 Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам.
 Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың,
 Тыңланым йыр, ҡурай моңдарын.
 Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
 Ах, Өфөм, гүзәл Өфөм,
                минең баш ҡалам.

 


1988 йыл